«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Табындашын туҡмап талағандар



25.07.2013 Табындашын туҡмап талағандар

Табындашын туҡмап талағандар Өфөлә йәшәүсе 38 йәшлек ир күптән түгел танышҡан кешеләр менән байрам итә. Бер аҙҙан табындаштары уны туҡмай, мобиль телефонын тартып ала һәм артабан эсергә китә. Зыян күреүсе көс-хәл менән өйөнә ҡайтып етә һәм полицияға, «тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә шылтырата.
Ваҡиға урынына ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте ебәрелә. Кеше туҡмаусылар ике квартал ситтәрәк ҡулға алына, ир ҙә уларҙы таный. Тикшереү мәлендә низағты ойоштороусы – быға тиклем хөкөм ителгән 38 йәшлек ир икәнлеге асыҡлана. Әле уға ҡарата «Талау» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға