«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урланған аҙыҡ-түлектән табын ҡорғандар



24.07.2013 Урланған аҙыҡ-түлектән табын ҡорғандар

Урланған аҙыҡ-түлектән табын ҡорғандар Кисә Саҡмағош районы полиция бүлегенә район үҙәгендә урынлашҡан бер кафела урлашыу факты тураһында билдәле була. Бурҙар тәҙрә ярып, эскә ингән һәм шешлек, алкоголле эсемлектәр, тәмәке һәм шоколад алып сыҡҡан. Йәмғеһе биш мең һумдан ашыу зыян яһалған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар кисекмәҫтән бурҙарҙы эҙләүгә тотона. Күп тә үтмәй, ауыл ҡыйлығы янындағы ташландыҡ бинала 35 йәшлек ҡатын ҡулға алына. Ул үҙенең атаһы менән урланған аҙыҡ-түлектән табын ҡорған.
Ҡатын енәйәте тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә һөйләп бирә. Әйтергә кәрәк, ул быға тиклем дә өс мәртәбә хөкөм ителгән.
Бурға ҡарата «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға