«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илештә археологтар эшләй



24.07.2013 Илештә археологтар эшләй

Илештә археологтар эшләй Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы һәм Һамар дәүләт университеты археологтары Илеш районындағы Ҡыпсаҡ ауылы эргәһендә тимер быуат дәүеренә ҡараған боронғо ҡәберлектәрҙә тикшереү эштәре алып бара.
Тарихи ҡомартҡы Ҡыпсаҡ археология комплексы тип исемләнә. Ул — Башҡортостан, Татарстан һәм Удмурт республикалары биләмәһендәге иң әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡлы объекттарҙың береһе. Әле археологтар комплекста эш башланы, ҡәберлектәр кимәленә тиклем ерҙе ҡаҙып, уларҙың һанын билдәләне һәм 20 ҡәберлектең тәүге икәүһендә үк ҡыҙыҡлы артефакттарға тап булды.
Дүрт-биш йәшлек ҡыҙҙың ҡәберендә ике бронза сулпы, муйынсаҡ табылған. Биҙәүестәр ярайһы уҡ ҡиммәтле. Ул Рим оҫтаханаларында мысыр фаянсынан эшләнгән.
Ир-егет ерләнгән икенсе ҡәберҙән һары металдан сулпы һәм бронзанан ҡайыш биҙәүесе табылған. Сулпының нимәнән яһалыуын экспертиза күрһәтәсәк. Фаразлауҙар буйынса, был биҙәүес — алтын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға