22.07.2013 2014 йыл республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителде
БР Президенты Рөстәм Хәмитов 2014 йылды республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Был документ РФ Президенты В.Путиндың «Рәсәй Федерацияһында Мәҙәниәт йылын үткәреү тураһында»ғы Указына ярашлы, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, уларҙың ижтимағи әһәмиәтен арттырыу маҡсатында төҙөлдө.
Указға ярашлы, республиканың Мәҙәниәт министрлығына Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса саралар планын һәм ойоштороу комитеты составын БР Хөкүмәте раҫлауына индерергә ҡушылды. Ҡала һәм район хакимиәттәрендә лә ойоштороу комитеттары төҙөргә, йәмәғәт берекмәләренә йәмғиәттә мәҙәни мөхитте үҫтереү эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.