22.07.2013 Ҡорал урлаусы тотолған
Үткән шаршамбыла иртәнсәк Октябрьский ҡалаһының һунар ҡоралы магазинында хәүеф сигнализацияһы яңғырай. Ваҡиға урынына ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте һәм полицияның оператив төркөмө ебәрелә.
Магазиндың тәҙрәһе ярылған була. Хоҡуҡ һаҡлаусылар тауарҙың именлеген тикшерә һәм витринаға ҡуйылған дүрт берәмек травматик һәм пневматик ҡоралдың юғалғанын асыҡлай.
Талаусы үҙенең артынан бармаҡ эҙҙәре, ҡан тамсылары ҡалдырған. Бынан тыш, полиция хеҙмәткәрҙәре магазин янында эт муйынсағы табып ала. Унда эттең исеме, хужаһының телефон номеры яҙылған бирка ла була. Күршелә урынлашҡан сауҙа үҙәгендәге видеокүҙәтеү яҙмаһында һунарсылар магазины янында эт етәкләгән ирҙең йөрөүе күренә.
Был енәйәт дәлилдәре ярҙамында талаусы тиҙ арала асыҡлана. Элек тә хөкөм ителгән 24 йәшлек егет полиция хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш була. Уның фатирында магазиндан урланған ҡорал табыла. Был аҙымын егет, үҙ-үҙен яҡлау өсөн пистолет кәрәк тип аҡлаған.