«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер енәйәт эшенә икенсеһе өҫтәләсәк



18.07.2013 Бер енәйәт эшенә икенсеһе өҫтәләсәк

Бер енәйәт эшенә икенсеһе өҫтәләсәк Ишембай районынан 23 йәшлек егет бер енәйәттән һуң икенсеһен яһай. Егет үҙенең автомобиль ҡыуып алып китеү һәм урлашыу буйынса енәйәт эше менән танышҡан ваҡытта, домументтарҙың бер томын үҙе менән камераға алып китә. Ул уны аҙаҡтан йыртып, бәҙрәфкә ташлап, йыуып төшөрә.
Егет шуның менән автомобиль ҡыуып алып китеү буйынса енәйәт эше туҡтатылыр, документтар юҡҡа сыҡты, тип уйлаған. Ләкин, уның был аҙымы РФ Енәйәт кодексының 294-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса хөкөм яһауға ҡаршылыҡ өсөн суд эшмәкәрлегенә ҡыҫылыу тип баһалана. Уның буйынса ике йылға хөкөм ителеү йәки 200 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Хәҙер егеттең бер енәйәт эшенә икенсеһе өҫтәләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға