«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юлға сыҡҡан малдан һаҡланығыҙ



18.07.2013 Юлға сыҡҡан малдан һаҡланығыҙ

Юлға сыҡҡан малдан һаҡланығыҙ Йәй етеү менән берәҙәк мал ҡала һәм ауылдарҙың ысын мәғәнәлә проблемаһына әүерелә. Көтөүҙә йөрөмәгән йылҡы, һыйыр малы һәм кәзә - һарыҡ урамда ултыртылған сәскәләргә, парктарға зыян килтерә, транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулай. Кисә төндә тап шундай ҡарауһыҙ ебәрелгән мал арҡаһында Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ араһындағы юлда юл-транспорт фажиғәһе булды. 23 йәшлек Өфө егете үҙенең дуҫы менән «Шевроле Нива» автомобилендә төндә китеп барғанда, Белорет районының Шығай ауылы янында юлға ат килеп сыға. Водитель уны урап үтә, ләкин шул арала ул икенсе атҡа төкөй. Һөҙөмтәлә «Шевроле - Нива» пассажиры ауыр йәрәхәттәр ала. Егет Белорет ҡалаһы дауаханаһында йән бирә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға