«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскелек бәләгә илтә



18.07.2013 Эскелек бәләгә илтә

Эскелек бәләгә илтә Дүшәмбе көндө Ишембай ҡалаһының полиция бүлегенә бер кеше шылтыратып, күршеһендәге фатирҙың ишеге асыҡ булыуын һәм ҡанлы эҙҙәрҙе күреүен хәбәр итә. Ваҡиға урынына тиҙ арала ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте ебәрелә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре фатир эсендә диванда хәрәкәтһеҙ ятҡан иргә тап була. Күкрәгендә яралар була.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар «Ашығыс ярҙам» саҡыртҡас, тирә-яҡты тикшерә башлай. Уларҙың иғтибарын урта йәштәрҙәге иҫерек ир йәлеп итә. Тикшергән саҡта унан ҡанлы бысаҡ табып алына, шулай уҡ ирҙең кейеме лә ҡанлы була.
Артабан шуныһы асыҡлана – элек хөкөм ителгән һәм бер ҡайҙа ла эшләмәүсе 45 йәшлек ир үҙе кеүек «төшөрөргә» яратыусы 34 йәшлек ир менән бер нисә сәғәт элек таныша. Улар үҙҙәренең дуҫлығын «йыуырға» теләп, араҡы һатып ала. Ләкин, эскелек мәлендә низағ тыуа һәм ир фатир хужаһына бысаҡ менән ябырыла.
Енәйәтсе үҙенең нимә ҡылғанын аңлап ҡалғас, «Ашығыс ярҙам» саҡырта һәм бер ни булмағандай урамға сығып китә.
Дуҫына бысаҡ сәнскән иргә «Үлтереү» статьяһы буйынса 6 йылдан 15 йылға тиклем хөкөм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға