18.07.2013 Башҡортса китаптар электрон форматта
Хәҙерге заманда күптәр китаптарҙы, төрлө дәреслектәрҙе, журналдарҙы электрон форматта уҡый. Уларҙы интернеттан алып, электрон китапҡа, планшетҡа һәм телефонға күсереп уҡыу бигерәк уңайлы.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте баҫмаларҙың электрон версияһын һатыу менән күптән шөғөлләнә. Бының өсөн махсус иҫәпкә аҡса күсерергә генә кәрәк – электрон китап яҙҙырып алыу өсөн махсус һылтанма асыласаҡ.
Әйтергә кәрәк, ғилми-популяр әҙәбиәт ҙур һорау менән файҙалана. Балалар өсөн әҫәрҙәр, уҡыу әсбаптары, башҡорт әҙәбиәте классиктарының йыйынтыҡтарының да электрон версияларын теләп алалар.
Хәҙер нәшриәттең сайтында «PayMaster» түләү шлюзы сафҡа инде. Аҡсаны «WebMoney», «Альфа-банк», «ВТБ24», «Русский стандарт», «Яндекс.Деньги», «Промсвязьбанк», «Евросеть/Связной» аша, «Visa», «MasterCard» банк карталарынан һәм «QIWI»-көшөлөктән күсерергә мөмкин. Бер китаптың хаҡы уртаса алғанда 15 һумдан 25 һумға барып етә.