«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташ спортсыларға уңыш теләйек!



18.07.2013 Яҡташ спортсыларға уңыш теләйек!

Яҡташ спортсыларға уңыш теләйек! 14 июлдә Нидерланды иленең Утрехт ҡалаһында үҫмерҙәр өсөн Европаның XII йәйге олимпия фестивале (ЕЮОФ) башланды. Был мәртәбәле байрамда Европа олимпия комитетына ингән 49 илдән 2300-гә яҡын спортсы ҡатнаша. Улар баскетбол, шоссе велоспорты, волейбол, гандбол, дзюдо, еңел атлетика, йөҙөү, спорт гимнастикаһы, теннис кеүек спорт ярыштарында көс һынаша.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы иҫәбендә беҙҙең республиканың данын яҡлаусылар ҙа бар. Данил Лысенко (Бөрө ҡалаһы) еңел атлетикала бейеклеккә һикереүҙә, Полина Егорова (Салауат ҡалаһы) 100 һәм 200 метр араға салҡан ятып йөҙөүҙә ярышасаҡ.
Үҫмерҙәр фестивале 20 июлгә тиклем дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға