«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялған аҡса яҡшылыҡ килтермәй



16.07.2013 Ялған аҡса яҡшылыҡ килтермәй

Ялған аҡса яҡшылыҡ килтермәй Дүртөйлө районы полиция хеҙмәткәрҙәре ялған аҡса менән ҡулланыусы кешеләрҙе асыҡлаған.
Май айында дежур бүлеккә банк хеҙмәткәрҙәре ялған купюра табылыуы тураһында хәбәр итә. Был ялған аҡса ҡала магазиндарының берәүһендә инкассация мәлендә асыҡланған.
Әйтелгән факт буйынса енәйәт эше тикшереүе мәлендә хоҡуҡ һаҡлаусылар ялған аҡса таратыусыларҙың ауыл магазиндарында һатып алған өсөн 5 мең һумлыҡ купюралар ҡулланыуын билдәләгән. Шаһиттар тасуирлауы нигеҙендә фоторобот һәм енәйәтсенең һүҙмә портреты төҙөлгән. Күп тә үтмәй, бер аҙнанан, енәйәт төркөмө ҡулға алынған. Улар Дүртөйлө районында йәшәүселәр һәм 35 йәшлек Украина гражданы.
Ҡулға алыныусылар Илеш районы магазиндарында ла ялған аҡса менән иҫәпләшкән. Дөйөм әйткәндә, улар суррогат купюралар менән дүрт осраҡта ҡулланған. Йәшәгән урындарында тентеү мәлендә полиция хеҙмәткәрҙәре 5000 һумлыҡ 45 купюра тапҡан. Экпертиза йомғаҡтары буйынса был аҡсалар ялған тип билдәләнгән.
Ҡулға алынған дүрт граждандан тыш, ике ғәйепләнеүсе менән оператив хеҙмәткәрҙәр эшләй. Ғәйепләнеүселәргә 8 йылға тиклем хөкөм ителеү янай.
Тикшереү эше дауам итә, хоҡуҡ һаҡлаусылар купюраларҙы кем эшләгәнен асыҡлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға