«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Күренмәгән әйберҙәр тураһында»



16.07.2013 «Күренмәгән әйберҙәр тураһында»

«Күренмәгән әйберҙәр тураһында» Тап ошо исем аҫтында Өфөлә Америка фотографы Фрэнк Дитуриҙың фотоһүрәттәр күргәҙмәһе үҙ эшен башланы.
Экспозицияла тәҡдим ителгән фотолар үҙҙәренең фокустан тыш төшөрөлөүе менән йәлеп итә. Тап ошо алым менән рәссам «һүрәттәге секунд» эсендә тәрәнлекте күрергә өйрәтә. Фотоларҙа шулай уҡ һүрән яҡтылыҡ, йомшаҡ линиялар, юҡҡа сығып барған шәүлә образдары айырым урын алып тора.
Америка фото оҫтаһының күргәҙмәһе 8 авгусҡа тиклем эшләйәсәк. Ул К.Маркс, 32 адресы буйынса Н. Лотфуллин исемендәге музейҙа урынлашҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға