15.07.2013 Әбей-бабайҙарҙың аҡсаларын урлаусы тотолдо
Стәрлебаш районы полиция хеҙмәткәрҙәре хаҡлы ялдағыларҙың йорттарында урлашҡан 39 йәшлек ирҙе ҡулға алды. Енәйәт башҡарған саҡта бур ит һәм май һалынған пакет менән йөрөгән. Ауыл буйлап һәр йорттоң ишеген туҡылдатып, аҙыҡ-түлек тәҡдим иткән. Әгәр ҙә хужалар булмаһа, ир форточка аша өйгә ингән. Уны аҡсанан башҡа бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмаған.
Урланған аҡсаны ул аҙыҡ-түлек һәм спиртлы эсемлектәр алыуға тотонған. Шулай итеп был бур өс өйҙә үҙенең ҡара эшен ҡылған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар аҙыҡ-түлекле ирҙе бер тәүлектән һуң, Стәрлебаш ауылындағы сираттағы өйҙө «таҙартҡандан» һуң ҡулға алған. Бының өсөн «Перехват» операцияһы иғлан ителгән. Бур тәүҙә үҙенең ғәйебен танымай, аҙаҡтан барыһын да һөйләп бирә.
Элек тә талау һәм баҫып алыу буйынса статьялар буйынса хөкөм ителгән иргә «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.