«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәшендән һаҡ булығыҙ!



15.07.2013 Йәшендән һаҡ булығыҙ!

Йәшендән һаҡ булығыҙ! Үткән аҙанала республиканың күп урындарында йәшенле ямғырҙар яуҙы. Үкенескә күрә, был стихия ҡайһы берҙә кеше ғүмерен дә аямай. Стәрлебаш районында 34 йәшлек ирҙе баҡсаһы янында ҡаҙ көткәндә йәшен ата.
Ямғыр яуа башлағас, ҡаҙҙар күк гөрһөлдәүҙән ҡурҡып, тирә-яҡҡа ҡаса. Ир уларҙы баҫтыра башлай һәм шул мәлдә фажиғәгә тарый.
Ә өйҙә булған ҡатыны, бәлә булғанын һиҙенеп, күршеләрен һәм дуҫтарын һораша. Бер нисә сәғәттән үлгән ирҙе дуҫы өй янындағы яланда, бейек үлән араһынан табып ала. Йәшен шулай уҡ ҡаҙҙарҙы ла атҡан.
Бындай фажиғә булмаһын өсөн йәшенле ямғыр мәлендә асыҡ урында, бейек ағас, антенналар, һайғауҙар, металл конструкциялар янында булмаҫҡа кәңәш ителә. Янған усаҡҡа ла йәшен атыуы мөмкин. Был осраҡта электр разряды төтөн буйлап йүнәлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға