«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мут ҡатын телефондарҙы алыштырған



15.07.2013 Мут ҡатын телефондарҙы алыштырған

Мут ҡатын телефондарҙы алыштырған Илебеҙ баҙарҙарында, юл аҫты үткәргестәрендә һәм башҡа халыҡ күп йөрөгән урындарҙа Ҡытайҙа эшләнгән «Нокла», «Айфон», «Гнусмас» тигән телефондарҙы һатыуҙа күрергә мөмкин. Улар билдәле брендтарҙы мөмкин тиклем оҡшатып эшләнә һәм копия рәүешендә сығарыла, әммә үҙҙәренең параметрҙары яғынан күпкә түбән һәм сифатһыҙ. Ҡайһы берҙә смартфон тигәне ябай көҙгө йәки калькулятор, балалар уйынсығы була ла ҡуя.
Енәйәтселәргә Ҡытай продукцияһы үҙҙәренең ҡара эштәрен ҡылғанда ярҙам итә. Быны артабанғы хәл дә тасуирлай.
Октябрьский ҡалаһында кеҫә телефондары салонының берәүһе хәүефһеҙлек хеҙмәтенән хат ала. Унда республика буйынса «эшләгән» мутлашыусы ҡатын тураһында бәйән ителгән. Был кеше бер нисә салонда һатыусыларҙы алдаған.
Хат эсендә шулай уҡ ҡатындың видеокүҙәтеү камераһынан алынған фотоһүрәте лә була. Салон хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең рәсемен ентекләберәк ҡарағас, уның таныш булыуын асыҡлай. Ни өсөн тигәндә был ҡатын бынан бер нисә көн элек магазинда булған. Ул телефондар һайлай, ләкин береһен дә һатып алмай.
Салон хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ бар тауарға ревизия яһай. Һөҙөмтәлә витринала торған һәм һәр береһенең хаҡы 19 мең һумдан ашыу булған өс «Samsung Galaxy» смартфоны осһоҙло лицензияһыҙ копияларға алыштырылыуы асыҡлана.
Был хәл тураһында полицияға хәбәр ителә. Һатыусыларҙың берәүһе иҫләүенсә, яңыраҡ 35-40 йәшлек ҡатын салонда телефон һайлаған. Ул ҡулына бәләкәй сумка тотҡан көйөнсә, шул телефондарҙы ҡараған. Консультанттарҙың күрмәгән мәленә тап килтереп, ул смартфондарҙы осһоҙло копияларға алмаштыра ла һала.
Әйтергә кәрәк, полицияға башҡа ошондай мутлашыу тураһында ла билдәле була. Һатыусылар тасуирлауы һәм видеокамераларҙан алынған яҙмалар буйынса, был енәйәттәрҙе бер үк кеше ҡылыуы асыҡлана.
Әлеге ваҡытта «Мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ҡатынды эҙләү дауам итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға