«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аманат алып туйына ашыҡҡан



15.07.2013 Аманат алып туйына ашыҡҡан

Аманат алып туйына ашыҡҡан Кисә Иглин районындағы Урман ҡасабаһында 33 йәшлек ир элек хәрби часть урынлашҡан ерҙәге «Вторметалл» предприятиеһының биләмәһенә килеп ингән һәм һаҡлау пунктында булған һаҡсы Ольга Әхмәтшинаны аманат итеп ала.
Был ҡатындың иптәше ашарға ҡайтып киткән була. Иҫерек ир һаҡлау пунктына килеп инә һәм Ольганың муйынына бысаҡ терәп, полиция саҡырырға бойора.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп еткәс, ир уларҙан «ГАЗель» автомобилен биреүҙе талап итә. Шарт үтәлгәс, бандит «УАЗ» машинаһын һорай.
Ике сәғәттән һуң, ир аманат итеп алған һаҡсы ҡатынды тышҡа сәсенән һөйрәп алып сыға һәм уны автомобилгә ултыртып оло юлға сыға. Уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре баҫтыра. Күптә үтмәй, машина туҡтатыла һәм енәйәтсе ҡулға алына.
Һуңынан шуныһы асыҡлана – ир үҙенең туйына ашыҡҡан һәм шуға ла полиция автомобиле талап иткән. Әлеге ваҡытта ул һаҡ аҫтында, енәйәт эше асыласаҡ. Аманатҡа алынған ҡатындың һаулығына бер ни ҙә янамай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға