11.07.2013 «Тере йәйғор»ға килегеҙ!
БР Милли музейында «Тере йәйғор» исемле зоокүргәҙмә эшләй. Унда 35 төрлө ҡош, 15 төр бөжәк һәм 10 төр рептилия күрһәтелә. Күргәҙмәлә ҡоштар донъяһының иң сағыу һәм ҡабатланмаҫ вәкилдәре күрһәтелгән. Уларҙың иҫәбендә үҙенең кәүҙәһе оҙонлоғондағы суҡышы булған токо туканы, донъялағы иң ҙур тутыйғош – йәшел ҡанатлы ара, Моллук какадуһы, Венесуэла амазоны, күркәм ике төҫлө тутыйғош, мәрйенле тутыйғош, сыбар розеллалар, йәшел төҫлө киң ҡойроҡло лори, бриллиантлы урман күгәрсендәре, дөгө турғайҙары, амадиндар, Ҡытай һандуғастары бар.
Тамашасылар тутыйғоштарҙан да һәйбәтерәк һөйләшкән Һиндостандың изге майна ҡошон күҙәтә ала. Иң яҡшы һунар ҡошо – балапан менән өкө, торомтай, йорт һупайҙыһы, йөнлө тәпәйле һупайҙы ла иғтибарҙы йәлеп итә.
Рәсәй ҡоштарынан күргәҙмәлә шыршы турғайы, һары турғай, алаҡас турғай, йәшел турғай, киндер турғайы, һоло турғайы, көйәҙ турғай, ҡыҙылтүш бар.
Бөжәктәр һәм быуынтығаяҡлылар батшалығы экспозицияла Африканың император саяны, гигант Азия саяндары, Көньяҡ Американан килтерелгән ағыулы ҡош ашаусы үрмәксендәр, Көньяҡ-көнсығыш Азияның таяҡсы бөжәге, Көньяҡ Америка һәм Мадагаскарҙың урман ҡырмыҫҡалары күрһәтелгән. Күргәҙмәлә шулай уҡ төрлө формалағы һәм төҫтәге тропик ҡуңыҙҙар һәм күбәләктәрҙән төҙөлгән энтомологик коллекциялар ҙа бар.
«Тере йәйғор»ҙа рептилиялар – ҡулға өйрәтелгән быуар йыландар, питон, сцинк, игуана, һыу ташбаҡаһы һәм кайман да үҙҙәренә иғтибарҙы йәлеп итә.
Зоокүргәҙмәлә фотоға төшөү хаҡы 150 һумдан, үҙеңдең фото һәм видеоаппаратура ярҙамында төшөрөү 50 һумдан ҡуйылған. Билеттар хаҡы өлкәндәр өсөн 200 һум, өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға – 150 һум. Өлкәндәр ҡарамағындағы өс йәшкә тиклемге балалар бушлай индерелә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 960 956 7939, 273-50-27. Күргәҙмә 4 авгусҡа тиклем эшләйәсәк.
Эш тәртибе:
- дүшәмбе – ял көнө,
- шишәмбе - йома - иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт 6-ға тиклем,
- шәмбе - йәкшәмбелә төшкө сәғәт 1-ҙән киске сәғәт 9-ға тиклем.