«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеше көшөлөгөнә ҡул һуҙмағыҙ!



11.07.2013 Кеше көшөлөгөнә ҡул һуҙмағыҙ!

Кеше көшөлөгөнә ҡул һуҙмағыҙ! Шишәмбе көндө Әбйәлил районында йәшәүсе 48 йәшлек ир Белорет ҡалаһының автовокзалында тәҙрә төбөндә хужаһыҙ көшөлөк ятҡанын күреп ҡала һәм, уңайлы мәлде һағалап, уны үҙенә ала. Еңел юл менән эләккән өс мең һум аҡсаға ҡыуанып, артабан ул Әзекәй ауылына юл тота.
Ә көшөлөк Туҡан ауылында йәшәүсе ҡатындыҡы булып, ул уны автовокзалда төшөрөп ҡалдырған. Зыян күреүсе аптырап ҡалмай, хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итә. Күп тә үтмәй, оператив эҙләүҙән һуң көшөлөк буры енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған. Хәҙер ул закон алдында яуап тотасаҡ.
Кеше көшөлөгөн урлауҙа Белоретта йәшәүсе 35 йәшлек ҡатын да ғәйепләнә. Ул «Металлург» күмәртәләп һатыу базаһында булғанда икенсе һатып алыусы ҡатындың көшөлөгө төшөп ҡалыуын күрә. Хужаһына кире ҡайтарып биреү урынына, ул уны үҙенә ала. Ләкин был енәйәт сауҙа бинаһында урынлаштырылған видеокамералар тарафынан яҙҙырып алынған һәм полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы иртәгеһенә үк асыҡлаған.
Урлашҡан ҡатын енәйәте тураһында хоҡуҡ һаҡлаусыларға һөйләгән һәм ун мең һум аҡсаны кире ҡайтарған. Әлеге ваҡытта был эш буйынса тикшереү бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға