«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фатир кире етемдәргә тапшырыласаҡ



10.07.2013 Фатир кире етемдәргә тапшырыласаҡ

Фатир кире етемдәргә тапшырыласаҡ Полиция хеҙмәткәрҙәре Иглин районының муниципаль милек менән идара итеү комитеты начальнигының үҙенең вәкәләттәрен арттырып файҙаланыу фактын асыҡлаған. Район полицияһының иҡтисад хәүефһеҙлеге подразделениеһының оператив хеҙмәткәрҙәре етем балалар араһында муниципаль торлаҡ бүлеү буйынса документтарҙы алып тикшергән. Шуныһы билдәле була - әйтелгән граждандарға тапшырыу өсөн муниципалитетҡа бирелгән фатирҙарҙың берәүһе 2012 йылда тәғәйенләнеше буйынса бүленмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре был торлаҡта Иглин районы хакимиәтенең кадрҙар бүлеге идарасыһы йәшәүен асыҡлаған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар, туплаған документтарға таянып, РФ Тикшереү комитетының республика идаралығындағы Өфө район-ара тикшереү бүлеге «Үҙенең вәкәләттәрен арттырыу» (превышение должностных полномочий) статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Чиновник законһыҙ рәүештә биләгән фатир торлаҡҡа мохтаж етем балаларға тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға