«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ит изгелек – көт яуызлыҡ



10.07.2013 Ит изгелек – көт яуызлыҡ

Ит изгелек – көт яуызлыҡ Үткән шәмбелә иртәнге сәғәт етенсе яртыла Өфө ҡалаһының Киров районында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте экипажы патрулдә булғанда шикле гражданды күреп ҡала. Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең тынысһыҙ булыуына һәм иртә менән ике ҙур пакет тотоуына иғтибар итә һәм документтар тикшереү өсөн уны туҡтата.
Пакеттарҙа ноутбук, ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһы һәм кәрәҙле телефон табыла. Был әйберҙәрҙең кемдеке булыуына ҡағылышлы һорауға ир аныҡ яуап ҡайтара алмай һәм шуға күрә лә ул шәхесен асыҡлау өсөн полиция бүлегенә килтерелә.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар менән һөйләшеү барышында ир был әйберҙәрҙе урлауы тураһында белдерә. Таныштары йортонда ҡунаҡ булғандан һуң уға йоҡларға урынды гаражда һалалар. Ир унда ҡиммәтле әйберҙәрҙе күрә һәм нәфсеһенә баш була алмай. Иртәнсәк ул ноутбук, сумка һәм телефонды пакеттар эсенә һала һәм тәҙрәнән сығып китә. Ләкин бурҙы күп тә үтмәй ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре күреп ҡала.
Полиция ҡулға алыныусының һөйләгәнен тикшерә һәм дөрөҫ икәнлегенә инана. Гараж хужалары әйберҙәренең урланыуы тураһында белмәгән.
Бур, Өфөлә йәшәүсе 40 йәшлек ир, быға тиклем дә урлашыу буйынса хөкөм ителгән. Әле ул йәшәү урынынан ситкә китмәү тураһындағы яҙма аҫтында ебәрелгән. Ошо арала уға ҡарата енәйәт эше асыу буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға