«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көпә-көндөҙ кеше талаған



09.07.2013 Көпә-көндөҙ кеше талаған

Көпә-көндөҙ кеше талаған Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы тораҡтағы автомобиленә китеп барғанында, уға ҡаршы бер егет осрай. Янынан үтеп киткәс, ул ҡатындың артынан йүгереп килеп, муйынындағы ике алтын сылбырҙы өҙөп алып ҡаса. Зыян күреүсе талаусыны баҫтырып ҡарай, ләrин тота алмай.
Көпә-көндөҙ урам буйында таланған ҡатын шок хәлендә була һәм полицияға кискеһен генә мөрәжәғәт итә. Тиҙ арала бөтә постарға һәм ҡулға алыу төркөмдәренә талау тураһында хәбәр ебәрелә. Енәйәт ҡылыуға күп ваҡыт үткән булһа ла, ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре талаусы билдәләренә тап булған ике гражданды ҡулға ала. Ҡатын уларҙың береһендә сылбырҙы алып ҡасыусыны таный.
Енәйәтте Үзбәкстан республикаһында тыуып үҫкән 21 йәшлек егет ҡылған. Ул йәшәү урыны буйынса Башҡортостанда теркәлгән һәм быға тиклем законды боҙорлоҡ эштәр яһамаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға