«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡаурый һымаҡ осҡоғоҙ килһә…



08.07.2013 Ҡаурый һымаҡ осҡоғоҙ килһә…

Ҡаурый һымаҡ осҡоғоҙ килһә… Баш ҡала янында урынлашҡан «Забельский» аэродромында «АэроӨфө» аэродинамика комплексы асылды. Унда экстремаль спорт һөйөүселәр үҙҙәрен аэроторба эсендә һынай аласаҡ. Аэродинамика торбаһы эсендә һауа ағымының тиҙлеге махсус вентилятор ярҙамында 220 саҡрымға етә. Кеше унда ҡош һымаҡ оса ала.
Хәүефһеҙлек яғына килгәндә, тәүҙә тәжрибәле инструкторҙар барыһына ла өйрәтеү үткәрә. Кеше ҡаурый һымаҡ ситкә осоп китмәһен өсөн махсус селтәр ҡаплай.
Әлеге ваҡытта торбаға һынауҙар үткәрелгән. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн аэродромдың сайтын http://www.aeroufa.ru/ ҡарарға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға