«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡса картаһы менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ!



02.07.2013 Аҡса картаһы менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ!

Хәҙерге заманда банк карталары менән һәр кем ҡуллана тиеү һис тә хата булмаҫ. Уларҙы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, аҡса күсереү, һатыу алыу операцияларында ҡулланыу бер яҡтан тиҙ һәм уңайлы булһа ла, ҡайһы бер осраҡта хәүеф менән дә янай. Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында йәшәүсе 28 йәшлек ҡыҙ ҙа үҙенең картаһы иҫәбендәге 24 мең һум аҡсаның юҡлығын асыҡлаған.
Шуныһы билдәле – был ҡыҙ төнгө клубта ял иткәнендә һатып алған эсемлектәр өсөн үҙенең ғәҙәте буйынса пластик карта аша иҫәпләшкән. Терминалға пин-кодты индергән саҡта ул быны сит күҙҙәрҙән һаҡламайынса эшләгән.
Бындай алабарманлыҡ күп тә үтмәй бәлә килтергән. Иртәгеһен был ҡыҙ дуҫтары менән спиртлы эсемлектәр һатып алып, пляжға юлланған. Бер нисә сәғәт буйы күңелле ял иткәс, ул дуҫтарының автомобилендә ҡалдырған сумкаһы юғалыуын асыҡлаған. Ә уның эсендә - документтар, банк карталары һәм хаҡы егерме мең һумға барып еткән «айфон» ятҡан.
Ҡыҙ өйөнә ҡайта һәм йоҡларға ята. Ә банк карталарын тик иртәгеһен генә ҡулланылыштан яптыра. Әйтергә кәрәк, банк операторы менән һөйләшеү барышында урланған карталарҙың берәүһенән 24 мең һум аҡса алынғанлығы асыҡлана. Ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт итә.
Был урлашыу факты Салауат ҡалаһы полицияһы ҡарамағындағы кеше бите һүрәте буйынса шәхесте асыҡлау буйынса автоматлаштырылған мәғлүмәт-эҙләү системаһы - АИПС «СОВА» аша тиҙ арала асыҡлана. Система оператив эҙләү барышында енәйәтселәрҙе табыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. АИПС «СОВА» граждандарҙың фотоһүрәттәре базаһы булып тора һәм уның енәйәт ҡылыусыларҙы тәненең, битенең айырым билдәләре, һүҙмә ҡылыҡһырлама, портреты буйынса табыуға мөмкинлек бирә.
Ә картанан аҡса урлаусы кешене асыҡлауҙа банкомат янына ҡуйылған видеокамера ла ярҙам итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның видеояҙмаһын АИПС «СОВА» системаһына индергән, ә ул, үҙ сиратында, енәйәтсене ҡулындағы татуировкалары буйынса асыҡлаған. Ҡыҙҙың сумкаһын урлаусы һәм картаһындағы аҡсаһын алыусы быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән Павел исемле 34 йәшлек ир икәнлеге асыҡланған. Ул асарбаҡ рәүешендә йөрөһә лә, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уның эҙенә тиҙ төшкән.
Ҡулға алыныусы үҙенең ғәйебен шунда уҡ таный. Ул үҙенең ҡорбаны булған ҡыҙға төнгө клубта ултырғанында иғтибар итә һәм терминалда пин-кодты сит күҙҙәрҙән ҡапламайынса карта аша аҡса күсереүен күҙәтә. Ир серле һанды иҫләп ҡала.
Иртәгеһен Павел клубта осратҡан ҡыҙҙы супермаркета күреп ҡала һәм уның тауарҙар өсөн йәнә лә карта аша иҫәпләшеүен күҙәтә. Ирҙең башында ҡыҙҙың артынан эйәреү һәм картаны урлау ниәте барлыҡҡа килә.
Павел күп уйлап тормай, урамда машина туҡтата һәм ҡыҙҙың компанияһы артынан пляжға юллана. Күп тә үтмәй ҡара уйлы әҙәм «уңыш»ҡа ирешә - ял итеүселәр үҙҙәренең автомобиле ишектәрен бикләмәйсә, музыка тоҡандырып, ситтәрәк урынлаша. Бур ипләп кенә килеп, салонда ултырғыста ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар сумкаһын эләктереп ҡаса.
Ир яҡындағы банкоматтан тәүҙә алты мең һум аҡса ала. Икенсе, өсөнсө, дүртенсе урында ла шундай уҡ сумманы эләктерә - ул йәмғеһе 24 мең һум аҡсаны ҡулына төшөрә. Уны дуҫтары менән тиҙ арала эсеп бөтөрә, ҡиммәтле «айфон»ды осраҡлы үткенсегә мең ярым һумға һата, сумканы үҙенең дуҫ ҡатынына бүләк итә.
Артабан Павел документтар менән дә аҡса эшләргә ниәтләй. Бының өсөн ул үҙе сумка бүләк иткән ҡатын менән паспортта күрһәтелгән адрес буйынса барып, документтарҙы биш мең һумға тапшырырға уйлай һәм осрашыу тураһында һөйләшә. Ләкин ҡыҙ әсәһе менән килә һәм бур ҡурҡып, «ҡорбан»ы янына килмәй. Һуңынан, Павел документтарҙы ташлай, әйтергә кәрәк, уларҙы осраҡлы кешеләр таба һәм эйәһенә аҡса һорамайынса тапшыра.
Әлеге ваҡытта карта һәм сумка буры һаҡ аҫтында тотола. Был урлашыу фактынан тыш, Павел наркотиктар һатыу буйынса бер нисә енәйәт эшендә ғәйепләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға