«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бомба урынына – онотоп ҡалдырылған ноутбук



01.07.2013 Бомба урынына – онотоп ҡалдырылған ноутбук

Бомба урынына – онотоп ҡалдырылған ноутбук Үткән йомала Өфө ҡалаһы полицияһының дежур бүлегенә иртәнге сәғәт 10-да РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының төп бинаһындағы пропускылар бюроһында ҡалдырылған ҡара төҫтәге пакет тураһында хәбәр килә. Был әйберҙең хужаһы булмағас һәм эсендә нимә ятҡаны күренмәгәс, ул шик тыуҙыра.
Ваҡиға урыны һәм Ленин урамының бер өлөшө тиҙ арала полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан уратыла, баш ҡаланың оператив ярҙам итеү хеҙмәткәрҙәре лә килә. Пакетты артабан РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ОМОН-ы саперҙары тикшерә.
Әйтергә кәрәк, уның эсендә ноутбуктан башҡа бер ниндәй ҙә шикле әйбер табылмай. Был портатив компьютер ведомствоға килеүсе ҡыҙҙыҡы булған һәм ул уны пропускылар бюроһы янында онотоп ҡалдырған. Әйбер эйәһенә кире ҡайтарып бирелгән.
Бер сәғәткә яҡын ваҡыт ҡарауһыҙ ҡалдырылған пакет, шулай итеп, Өфөнөң хоҡуҡ һаҡлау һәм оператив ярҙам итеү хеҙмәткәрҙәренә үҙенсәлекле имтихан үткәрҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға