«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы юл хәрәкәте тамғаһы барлыҡҡа килде



27.06.2013 Яңы юл хәрәкәте тамғаһы барлыҡҡа килде

Яңы юл хәрәкәте тамғаһы барлыҡҡа килде Илебеҙҙә фото һәм видеокамералар менән күҙәтеү алып барылыу тураһында яңы юл хәрәкәте тамғаһы индерелде. Был ҡорамалдар автоматик режимда эшләй һәм транспорт сараларының тейешле тиҙлек тотоуы буйынса күҙәтеү яһай.
Тамға үҙе зәңгәр төҫ менән ҡаймаланған вертикаль тура дүртмөйөштән тора һәм уның уртаһында фотоаппарат төшөрөлгән аҡ квадрат урынлаштырылған. Аҫтында «Фото-видео контроль» тип яҙылған.
Әлеге ваҡытта яңы тамғалар баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектында урынлаштырылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға