27.06.2013 Һаман да велосипедтар урлана
Велосипедтарын һаҡлауҙа һәм тораҡҡа ҡуйыуҙа ғәмһеҙлек күрһәткән граждандар һәр ерҙә осрай. Бына 13 июндә Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе кеше үҙенең 4800 һумға алынған «Larsen» маркалы «тимер ат»ын йортының подъезында, беренсе ҡатта ҡалдыра. Төшкө сәғәт 1 тирәһендә урланған велосипедтың юҡлығы хужаға кисе сәғәт 5-тә генә билдәле була.
Икенсе көндә лә ҡалала велосипед урлана. Был ике осраҡта ла «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әйтергә кәрәк, тәүҙә урланған велосипед Академик Курчатов урамында табылһа, икенсеһенең эҙе әлегә асыҡланмаған.