«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дим Мәннәндең хәтер һәм ҡәҙер кисәһе



27.06.2013 Дим Мәннәндең хәтер һәм ҡәҙер кисәһе

Дим Мәннәндең хәтер һәм ҡәҙер кисәһе XX быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт рок-музыкаһына йәшендәй килеп ингән һәм унда үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған «Дәрүишхан» төркөмөнөң феномены нимәлә?
Быға яуапты табыуы ҡыйын түгел. Хәҙер инде мәрхүм Дим Мәннән һәм уның музыканттары үҙҙәренең ижадында Калифорния рок-н-ролы музыкаһы менән халҡыбыҙҙың борондан килгән йыр-моңдарының нигеҙе - бер октава сиктәрендәге биш баҫҡыслы тауыш системаһын – пентатониканы ҡулланған. Был үҙенсәлекле синтез һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан башҡорт рухлы, сал Урал, ер-һыуҙарыбыҙ тарихы сағылған йырҙар үҙҙәренең заманса яңғырашы менән йөрәктәргә үтеүен әле лә дауам итә.
6 июлдә Учалы районының Туңғатар ауылында «Дәрүишхан»дың 2005 йылда мәрхүм булған солисы Дим Мәннән (Ҡолахмәтов) рухына арналған хәтер кисәһе үтәсәк. Программала зыярат ҡылыу, концерт уҙғарыу ҡаралған. Сәғәт 12-лә башланасаҡ кисәгә йыйылыу урыны - Туңғатар мәктәбе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға