«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яман шеште дауалауҙа яңы медицина үҙәге ярҙамға киләсәк



25.06.2013 Яман шеште дауалауҙа яңы медицина үҙәге ярҙамға киләсәк

Яман шеште дауалауҙа яңы медицина үҙәге ярҙамға киләсәк Йыл аҙағына тиклем Өфөлә ядро медицинаһы үҙәге асыласаҡ. Унда дауалауҙың иң заманса ысулдары ҡулланыласаҡ.
Үҙәктә республикала ныҡ таралған яман шеш, йөрәк һәм ҡан тамырҙары һымаҡ ауырыуҙар бик иртә стадияларҙа асыҡланасаҡ. Был осраҡта кеше үҙенең организмында яман сирҙең барлығын һиҙмәй, шуға ла дауалау ыңғай һөҙөмтәгә килтерәсәк. Табиптар ҡарамағында буласаҡ ядро хирургияһы ҡорамалдары – линиялы ускоритель, кибербысаҡ һәм башҡалар операцияһыҙ дауаларға мөмкинлек бирәсәк.
Бындай төрҙәге медицина үҙәктәре шулай уҡ Брянск, Тамбов, Липецк һәм Орел ҡалаларында ла асыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға