«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөгә… динозаврҙарҙың һөжүм итеүе көтөлә



25.06.2013 Өфөгә… динозаврҙарҙың һөжүм итеүе көтөлә

Өфөгә… динозаврҙарҙың һөжүм итеүе көтөлә Яңылыҡтың баш һүҙен уҡып ҡурҡып ҡуймағыҙ. Тиҙҙән баш ҡалала ысынлап та динозаврҙар, бронтозаврҙар, ихтиозаврҙар һәм осоусы птеродактилдәрҙе күрергә мөмкин буласаҡ.
Еребеҙ тарихында динозаврҙар йәшәгән ваҡыт айырым урын биләй. Ысынлап та, бындай тауҙай имәнес хайуандарҙы һүрәттәрҙә, палеонтология музейҙарында ҡарағанда ла ҡурҡыныс булып китә. Динозаврҙар һәм башҡа ҙур кеҫәрткеләр бик популяр «Юра периоды паркы» һымаҡ төрлө кинофильмдарҙың төп геройы булыуын әйтәһе лә түгел.
Тиҙҙән баш ҡала халҡы ла был боронғо хайуандар менән таныша аласаҡ. Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге ял паркында «Динозаврҙар паркы» эшләй башлаясаҡ. Унда кешеләргә 16 динозавр, мамонт һәм «Кин-конг» маймылының һындары күрһәтеләсәк.
Шуныһы үҙенсәлекле – улар тамашасылар янында «йөрөйәсәк». Ә ҡайһы берәүҙәре «ырылдаясаҡ» йәки ысын динозаврҙар һымаҡ хәрәкәт итәсәк.
Һәр фигураның хаҡы 1-1,5 миллион һумға барып етә. Бындай тарихи йүнәлешле парк Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ҡороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға