«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡурҡытып талаусы язаһын аласаҡ



24.06.2013 Ҡурҡытып талаусы язаһын аласаҡ

Ҡурҡытып талаусы язаһын аласаҡ Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе һәм иҡдисад академияһында программист һөнәренә уҡыусы 24 йәшлек егет ҡала паркында үҙе менән йәштәш егет менән таныша. Артабан улар бергә эсә, телефон номерҙары менән алмаша. Аҙаҡтан программист ҡайтып китә, ә иптәше эскәмйәлә үк йоҡоға тала.
Был егет иртәгеһен дуҫына шылтырата һәм уны, паркта йоҡлаған килеш ҡалдырып ташлап ҡайтҡанһың, тип ғәйепләй. Һөйләшеү барышында ул, ғәйебеңде 5 мең һум аҡса түләп ҡапла, тип талап итә.
Программист егет, үҙ сиратында, быны эшләргә теләмәй. Ләкин аҡса талаусы уны туҡмау менән янай һәм сумманы 10 мең һумға тиклем күтәрә.
Аҡса түләргә тейеш егет был хәл тураһында полицияға еткерә. Зыян күреүсе тәғәйенләнгән осрашыу урынына полицияның ойошторолған енәйәткә ҡаршы подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында бара. Аҡса биргән мәлдә енәйәтсе – 25 йәшлек егет ҡулға алына.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре егеттең бындай төрлө енәйәттәргә ҡыҫылышын тикшерә. «Ҡурҡытып талау» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға