«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урманда аҙашмағыҙ



24.06.2013 Урманда аҙашмағыҙ

Урманда аҙашмағыҙ Йәйҙең иң ҡыҙған мәле лә етте. Күптәр ошо ваҡытта ҡырға, урманға ашыға. Еләк йыйыу, бесән сабыу, һунар итеү һымаҡ ял итеү шул уҡ ваҡытта айырым хәүеф – урманда аҙашыу менән дә янай. Шуға күрә лә был хәүефкә юлыҡмаҫ өсөн түбәндә бирелгән кәңәштәрҙе үтәргә һорайбыҙ.
- Урманға сығыуығыҙ тураһында туғандарығыҙҙы иҫкәртеү бер ҙә артыҡ булмаҫ. Йөрөйәсәк маршруты әйтергә, иҫәбендә аҡса булған кәрәҙле телефон һәм компас, шырпы, бысаҡ, аҙыҡәтүлек һәм һыу алырға кәрәк,
- Күптәр ҡырға сыҡҡанда йәки һунар иткәндә камуфляжлы кейемдә сыға. Был осраҡта һеҙҙе аҙашҡан саҡта табырға ярҙам иткән сағыу төҫлө кейем алыу дөрөҫ булыр. Ҡыҙыл, һары, ерән йәки яҡтылыҡ сағылдырған таҫмалары, һүрәттәр булған аҡ куртка – иң ҡулайлыһы.
- Урман эсенә үткән һайын айырым билдәләре булған урындарҙы – ҡаяларҙы, яңғыҙ үҫкән ағастарҙы хәтерегеҙгә ҡалдырығыҙ. Аҙашҡан саҡта иң беренсе осраҡта тынырға һәм нимә ишетелгәнен тыңларға кәрәк. Эт өргәнгә, автомобиль тауышына, кеше ҡысҡырыуына табан атларға.
- Ағас башына менеп, тирә-яҡты ҡарарға мөмкин. Бейеклектән кеше йәшәгән урындар, йылға-күлдәр, тауҙар яҡшы күренә.
- Урманда йоҡлаған саҡта мотлаҡ рәүештә ҙур ағас янында, уның олонона арҡаны йүнәлтеп ятырға кәрәк. Төндә усаҡ яғып, уның утын һүрелтмәгеҙ. Әгәр ҙә һеҙ электр тапшырыу линияһына, тимер юлына сыҡһағыҙ, уның буйлап барырға мөмкин. Был осраҡта кеше йәшәгән урынға барып етергә була. Шулай ҙа урман һуҡмаҡтары менән һаҡ булырға кәңәш ителә. Уларҙы йәнлектәр һалыуы ла бар. Бындай һуҡмаҡтан атлағанда ағас ботаҡтары бер туҡтауһыҙ һеҙҙең биткә йәки түшкә һуҡһа, был ерҙән йәнлектәр йөрөүен аңлата.
- Йөрөгән ерҙән билдәләр ҡалдырырға кәрәк. Бының өсөн ағастарға сепрәк бәйләргә, ботаҡтарын һындырырға, олондарына балта менән сабып эҙ һалырға мөмкин.
- Аҙашҡан саҡта ҡотҡарыу хеҙмәтенә «112» номеры буйынса шылтыратырға һәм ҡайһы ерҙә икәнлекте төрлө билдәләр буйынса тасуирлап хәбәр итергә онотмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға