«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мискә мунса ла була икән



24.06.2013 Мискә мунса ла була икән

Мискә мунса ла була икән Һәммәбеҙ ҙә күреп өйрәнгән буралы мунсаны хәҙерге ваҡытта икенсе төрлөгә әйләндереүселәр осрап тора. Заманса төҙөлөш материалдарынан, икенсе төрлө мейестәр, башҡа хужалыҡ ҡаралтылары менән берлектә ҡороусылар осрап тора.
Ә бына мискә формаһында ла эшләүселәр юҡ ине. «Скаймастер» фирмаһы күсереп йөрөтмәле мунсаларҙы мискә рәүешендә эшләү технологияһын Скандинавия илдәренән алған. Эконом класындағыһы 80 мең һум торһа, иң ҡиммәтлеһе һәм үҙенсәлекле дизайнлыһы 150 мең һумға барып баҫа.
Мискә эсендә сабынырға ғына була, йыуыныу урыны юк. Мейесенә утын яғыла, ул бер нисә минут эсендә ҡыҙып сыға. Мунса эсе йүкә таҡталар, тышы – махсус рәүештә «ҡартайтылған» ағас менән йөҙләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға