24.06.2013 Һаҡ булығыҙ: киҫкен ел
Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән белдереүҙәренсеә, бөгөн, 24 июндә республикала секундына 20-25 метр тиҙлеккә барып еткән киҫкен ел иҫеүе мөмкин. Шуға күрә лә электр сымдарының өҙөлөүе, торлаҡ-коммуналь хужалығы эшендә ҡамасаулыҡ, нығытылмаған конструкцияларҙың, ағастарҙың ҡолауы ихтималлығы тураһында иҫкәртәбеҙ.