«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күл төбөндә лә өмә була икән



20.06.2013 Күл төбөндә лә өмә була икән

Күл төбөндә лә өмә була икән Республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Әбйәлил районының йөҙөк ҡашы булған Яҡтыкүл төбөн өмә үткәреп таҙартыу буйынса акция үтте.
Бындай үҙенсәлекле сараны үткәреү идеяһын Магнитогорскиҙың «Һыу аҫты парашюты» клубы ағзалары менән берлектә Ташбулат ауыл биләмәһе күтәреп алды.
Һигеҙ дайвер күл төбөнә төшөп, һыу ятҡылығынсүп-сарҙан таҙартты. Был эште улар йыл да башҡара. Үҙҙәре әйтеүенсә, ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоталар – күл төбөндә күнекмә үткәрәләр һәм уны батҡан сүп-сарҙан да таҙарталар.
Күл буйынан һәм төбөнән ике трактор арбаһы тулы сүп-сар йыйылған. Ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре дайверҙарҙы ашатыуҙы ойошторған, транспорт менән тәьмин иткән.
Аҙаҡтан өмәлә ҡатнашыусылар менән Ташбулат ауылы биләмәһендә урынлашҡан йәнә ике күлдең төбөн таҙартыу тураһында килешеү төҙөлдө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға