«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Велосипедтарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ



20.06.2013 Велосипедтарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ

Велосипедтарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ Шаршамбыға ҡараған төндә Нефтекама ҡалаһының Карл Маркс урамындағы йорт подъезынан бурҙар «Ford», «Fordword» һәм «Headlainer» маркалы велосипедтарҙы урлағандар. Улар бер ғаиләнеке була һәм 3-сө ҡаттың баҫҡыс майҙансығында ҡалдырылған. Дөйөм зыян 35 мең һум тәшкил итә. Был енәйәт буйынса тикшереү алып барыла.
Велосипедтар урлау яҙ һәм йәй ваҡытында иң таралған енәйәттәр рәтенә инә. Май-июнь айҙарында ғына Нефтекамала 16 ике тәгәрмәсле транспорт сараһы юғалған. Шулай ҙа хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бындай осраҡтарҙы асыуҙа ҙур уңышҡа өлгәшә. Яңыраҡ улар велосипед урлауҙы «конвейер»ға һалған егеттәрҙе асыҡланы.
Уларҙың берәүһенә 18 йәш. Оператив хеҙмәткәрҙән егеттең 8 велосипедты урлауҙа ҡатнашыуын асыҡлаған. Хаҡы 5 мең һум торған «тимер ат»тарҙы ул интернет аша 2 мең һумға һатҡан. Ул РФ енәйәт кодексының 158-се статьяһының 1, 2-се өлөштәре буйынса енәйәт эше асылған.
Икенсе бур иптәше менән бергә уҡыған һәм уның «һөнәр»е ниндәй икәнен яҡшы белгән. Ул ике велосипед алып ҡасыуҙа ғәйепләнә.
Ошо осраҡтарҙан сығып, полиция граждандарға үҙ мөлкәтен ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға