«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сыр буры тотолған



20.06.2013 Сыр буры тотолған

Сыр буры тотолған Урлашыуға өйрәнгән кеше ғәҙәтен бер ҡасан да ташламаясаҡ. Быны Октябрьский ҡалаһында булған осраҡ та дәлилләй. Ошо көндәрҙә унда 36 йәшлек ир ғәҙәти булмаған әйбергә, дөрөҫөрәге, аҙыҡ-түлеккә үҙенең иғтибарын йүнәлтә - ул ҙур сыр киҫәген урлай.
Енәйәт аҙыҡ-түлек магазинында ҡылына. Тап шул мәлдә унда тауарҙар ҡабул итеү барған һәм бөтә һатыусылар ҙа иғтибарын кәметкән. Ир сыр брикетын тотоп, тышҡа йүгереп сығып барғанында, уны һатыусы күреп ҡала. Бурҙы тышҡа сығармайҙар һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.
Өс килограмдан ашыу сырҙы алып ҡасырға маташҡан ир элек тә күп тапҡыр хөкөм ителгән, өҫтәүенә, наркотиктар ҙа ҡулланған. Шуға күрә лә ул күҙенә нимә эләгә, шуны урлап һатып, «кәйеф» биреүсе препараттар алырға уйлауы икәне көн кеүек асыҡ.
Был хәлдән һуң сыр буры үҙенең ҡара эшен туҡтатмай. Бер нисә көндән ул күмәртәләп һатыу базаһына инеп, кассанан 4 мең һум аҡса урлай. Ул полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған, урлашыу факттары буйынса закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға