«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Полиция хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте



17.06.2013 Полиция хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте

Полиция хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте Өфөлә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының хеҙмәткәрҙәре араһында самбо буйынса чемпионат үтте. Республиканың төрлө ҡала-райондарынан йөҙгә яҡын полиция хеҙмәткәре һигеҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Команда беренселегендә ОМОН самбосылары – беренсе, Октябрьскийҙың полиция хеҙмәткәрҙәре – икенсе, Нефтекама сопртсылары өсөнсө урынға лайыҡ булды.
100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлексәһе изоляторы начальнигы Павел Плешаков еңеүсе булды. «Полиция майорының еңеүе осраҡлы түгел: быйыл ул чемпион исемен яҡланы. Көрәш менән ете йәшенән алып шөғөлләнә», — тип һөйләне БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Мәҙинә Хөсәйенова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға