17.06.2013 Смартфон ярҙамында Өфөгә экскурсия яһап буласаҡ
Хәҙерге замандың «аҡыллы» телефондары – смартфондар кешеләрҙең мобиль компаньонына әүерелде, тиһәк тә була. Күптәребеҙ үҙҙәренең тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Фотоаппарат, йыр, видео уйнатҡыслы, радиолы, интернетҡа инергә, аҙашмаҫҡа мөмкинлек биргән был гаджеттар ярҙамында тиҙҙән баш ҡалабыҙ буйлап сәйәхәт итергә, төрлө иҫтәлекле урындар, биналар хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ.
Күптәр Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендәге рекламаларҙа, сауҙалағы тауарҙарҙың тышлығында төрлөсә урынлашҡан нөктәләр менән сыбарланған бәләкәй квадраттарҙы күргәне барҙыр. Улар QR-код тип атала һәм инглизсәнән алынған «quick response» — тиҙ яуап тип атала. Уның ярҙамында объектҡа ҡылыҡһырлама шифры бирелә. Кешеләргә был кодты махсус программалы смартфонға фотоға төшөрөп, уның буйынса интернеттан мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар.
Әлеге ваҡытта QR-код ҡуйылған алтаҡта Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейы эргәһендә барлыҡҡа килде.
Бынлай кодтар Өфөнөң тағы ла 200 мәҙәни объектында ҡуйыласаҡ. Әлегә тест режимында эшләгән «Ҡалабыҙҙың мәҙәни кодтары» сайтында ҡайһы бер объекттар буйынса мәғлүмәт әҙерләнгән. Карл Маркс урамындағы музейҙың һайлап алыныуы осраҡлы түгел: мәҙәни учреждение ХХ быуаттың архитектура ҡомартҡыһы — сауҙагәр ҡатын Елена Поносова-Моллоның һарайында урынлашҡан. «Ҡалабыҙҙың мәҙәни кодтары» проекты Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәкселегендә Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге тарафынан тормошҡа ашырыла.