«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алтын муйынсаны урлаусы ҡулға алынды



10.06.2013 Алтын муйынсаны урлаусы ҡулға алынды

Алтын муйынсаны урлаусы ҡулға алынды Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 54 йәшлек ҡатын яңыраҡ урамда үҙенең таныштарын осрата. Улар артабан эскелек ойошторорға тәҡдим итә.
Кәйеф - сафа ҡороусыларға артабан йыйылыусыларҙың дуҫы - 40 йәшлек ир ҙә ҡушыла. Ул табын артында ҡатындың муйынындағы ювелир биҙәүескә күҙен төшөрә һәм уны урларға ниәтләй.
Һуңғараҡ был ҡатын ҡайтып, подъездға инергә торғанда, табында бергә булған ирҙең уны күҙәтеп килеүен асыҡлай. Шул мәлдә был кеше алтын муйынсаҡты өҙә тартып алып ҡаса. Зыян күреүсе шунда уҡ фатирына инеп, талау тураһында полицияға белдерә.
Ә талаусы ир ҡатындың 10 мең һумлыҡ муйынсаһын – ҡыҙы әсәһенә бүләк иткән биҙәүесте – ломбардҡа тапшырырға уйлай. Ләкин паспорты булмағанлыҡтан, унда уны ҡабул итмәйҙәр. Шулай ҙа ир дуҫына әйтеп, кольены уның документы аша барыбер ломбардҡа тапшырта. Уға 3 мең һум аҡса бирәләр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күреүсе һәм табында булыусылар әйткән билдәләр буйынса енәйәтсенең эҙенә сыҡты. Әлеге ваҡытта «Талау» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Ҡулға алынған ир элек тә хөкөм ителгән булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға