04.06.2013 Яңы иҫтәлекле көн барлыҡҡа килеүе ихтимал
Сахалин өлкә Думаһы депутаттары 15 февралдә Берҙәм хәрби хәрәкәттәр ветераны көнөн индереү тураһындағы закон проекты менән сығыш яһаны. Уға ярашлы, был көндө Афғанстанда йәки башҡа илдәрҙә һуғышта булған яугир - интернационалистар менән бер рәттән Рәсәйҙә Төньяҡ Кавказдағы террорға ҡаршы операцияларҙа ҡатнашыусылар билдәләй аласаҡ.
Яңы иҫтәлекле көндө булдырыуҙы тәҡдим итеү «Рәсәйҙең иҫтәлекле даталары һәм хәрби дан көндәре тураһында» федераль законға төҙәтмәләр индереү барышында үткәрелә. Әлеге ваҡытта Сахалин депутаттарының тәҡдиме РФ Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитетына тапшырылған.