«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » АҠШ-та алты йәшлек ҡыҙыҡайҙы хөкөм итәсәктәр



03.11.2010 АҠШ-та алты йәшлек ҡыҙыҡайҙы хөкөм итәсәктәр

2009 йылдың апрелендә бала велосипедта йөрөгәндә 87 йәшлек әбейгә бәрелә. Һөҙөмтәлә «ҡорбан» ярайһы ғына ҡазалана – янбашы һына. Әбейгә операция эшләйҙәр эшләүен, әммә өс айҙан һуң ул үлә. Бәләкәй ҡыҙҙың адвокаттары «эште» ябыуҙы талап итә, сөнки Джульет Брейтман бала ғына әле. Шуныһы ла бар: әбейҙе «бәреп йыҡҡанда» ҡыҙҙың янында әсәһе лә булған. Ә бына судья Пол Вутен әйтеүенсә, ҡыҙыҡай нимә эшләгәнен аңларлыҡ йәштә булған. Әле тикшереүҙәр дауам итә, баланың үҙенә һәм ғаиләһенә ниндәй яза бирәсәктәре билдәле түгел. Шулай ҙа «елле» генә штраф түләтерҙәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға