«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Формула - 1» ярыштары пилоттары кеүек



03.06.2013 «Формула - 1» ярыштары пилоттары кеүек

 «Формула - 1» ярыштары пилоттары кеүек Халыҡ – ара балаларҙы яҡлау көнөндә Сибай ҡалаһында бик ҡыҙыҡлы сара – карттарҙа экстремаль йөрөтөү буйынса хәйриә акцияһы үткәрелде.
«Адреналин» исемле картинг клубы ярты йылға яҡын эшләп килә. Ҡыҫҡа ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Сибай халҡы был ял итеү төрөн яратып өлгөрҙө. Ә 1 июндә бар теләүселәр ҙә карттарҙа бушлай йөрөй алды.
Шуныһын әйтерегә кәрәк - тиҙлеге сәғәтенә 300 саҡрымға барып еткән «Формула 1» болидтары пилоттары ла тап карттарҙа күнекмә үткәрә. Картинг спорт һәм күңел асыу төрөнә инә һәм кузовы булмаған иң ябай спорт автомобилдәрендә - карттарҙа ярышыуҙан ғибарәт. Ул илебеҙҙә 1960 йылда барлыҡҡа килә. Харьков автомобиль һәм юлдар төҙөү һәм эксплуатациялау институтын тамамлаған Лев Кононов Курск ҡалаһында тәүге совет картын төҙөй.
Шул уҡ йылда Харьков ҡалаһының Пионерҙар һарайында картинг секцияһы асыла. СССР Автомобиль спорты федерацияһы ««Карт» төрө микроавтомобилдәренә техник талаптар, кастарға бүлеү һәм улар менән ярыштар үткәреү ҡағиҙәләре»н индерә. Һөҙөмтәлә был спорт төрө илебеҙҙә ныҡ тарала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға