«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәүефле предприятиеларға иғтибар артасаҡ



03.06.2013 Хәүефле предприятиеларға иғтибар артасаҡ

Хәүефле предприятиеларға иғтибар артасаҡ Республикала урынлашҡан тирә-яҡ мөхит өсөн айырыуса ныҡ хәүефле дүрт сәнәғәт объекты үҙҙәрендә тупланған һәм тирә - яҡ мөхиткә хәүеф менән янаған эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса федераль программаға индерелде. Улар - «Өфөхимпром», «Өфөнефтехим», элекке Семеновск алтын табыу фабрикаһы һәм «Газпром нефтехим Салауат» предприятиелары. Был программаға ярашлы, уларҙа 2014 – 2025 йылдарҙа юҡҡа сығарылған тәбиғәт системалары тергеҙеләсәк.
Баш ҡалабыҙға айырыуса хәүеф менән янаған «Өфөхимпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге шлам туплағыстарҙа йыйлған ләм һәм шламды утилләштереүгә һәм предприятие биләмәһен рекультивациялау (санациялау) өсөн 2014 йылдан 4,44 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Баймаҡ районында урынлашҡан элекке Семеновск алтын табыу фабрикаһы биләмәһен санациялау 2018 йылдан башланасаҡ. Ҡалған объекттарҙа эштәр 2017 – 2018 йылдарҙа башҡарыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға