02.11.2010 Cиттәр – беҙгә, ә беҙҙекеләр ҡайҙа?
Рәсәй сит ил ғалимдарын эшкә саҡырырға ниәтләй. Был турала ил етәксеһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Сурков белдерҙе. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сит илгә табан бер аҙым яһаған да инде: ғалимдар өсөн 40 «мегагрант» бүленәсәген иғлан иткән. Яҡын киләсәктә тағы ла 40 грант «әҙер» тора. Әйткәндәй, гранттың иң юғары суммаһы – 150 млн һум. Конкурста еңеп сыҡҡан сит ил ғалимы беҙҙең вуздарҙа даими эшләп, тикшеренеүҙәр алып барырға, икенсе төрлө әйткәндә, Рәсәй фәне өсөн «янырға» тейеш була. Әле тәүге 40 ғалим һайлап алынған. Улар араһында медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты Фәрит Морат (Ферид Мурад) һәм Швейцарияла эшләүсе Филдс премияһы (математиктарҙың иң юғары наградаһы) лауреаты Сергей Смирнов бар. Әлбиттә, сит ил ғалимдарын «һатып алыу» менән генә Рәсәй фәне проблемаларын хәл итеү мөмкин түгел. Беҙҙә иҫ киткес ҙур потенциал бар – һәләтле кешеләребеҙ, ысын мәғәнәһендә ғалимдарыбыҙ бар, әммә… Барыһы ла ана шул әммәгә барып төртөлә. Ил ғалимдарының уртаса хеҙмәт оклады 10 мең һумдан 17 мең һумғаса торош иткәндә, сит илдекеләрҙе саҡырып, уларға миллионлап аҡса тотоноу, бәлки, беҙҙеңсә, тап Рәсәйсә, дөрөҫтөр ҙә. Пародокстар иле ул Ватаныбыҙ!