03.06.2013 Урман фажиғәһе һаман да йөрәкте һыҙлата…
Иглин районындағы Урман ҡасабаһы 2011 йылда бар Рәсәйғә билдәле булды. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында бында урынлашҡан хәрби частағы боеприпастарҙы утилләштереү пунктында шартлауҙар яңғырай. Артиллерия снарядтары һәм уларҙан барлыҡҡа килгән янғындар ҡасабалағы байтаҡ өйҙө, бинаны юҡҡа сығара.
Теүәл ике йыл үтһә лә был фажиғә һаман да үҙен иҫләттерә. Ошо көндәрҙә Өршәк ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы ҡатын баҡсаһынан снаряд табып ала. Был урынға саперҙар һәм Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Бәхеткә күрә, был 125 миллиметрлы калибрлы БМ – 26 броня тишеүсе артиллерия снаряды детонацияға бирешеү һәм шартлау хәүефе тыуҙырмаған була. Шулай ҙа саперҙар боеприпасты полигонға алып китеп, юҡҡа сығара.
Тикшереүҙәр барышында был хәүефле әйберҙең 2011 йылдың майында Урман хәрби складынан осоп килеүе асыҡлана.