03.06.2013 Көн торошоноң үҙгәреүе көтөлә
Рәсәй Гидрометүҙәге хеҙммәткәрҙәре белдереүенсә, бөгөн республиканың көньяғында һәм Ырымбур өлкәһенең көнсығышында юғары, урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе билдәләнә. Шуға күрә лә әйтелгән төбәктәрҙә туристарға, урманға сығыусыларға ут менән айырыуса һаҡ булырға тәҡдим ителә.
Алдағы дүрт көндә Башҡортостанда һауа температураһы көндөҙ 18 градустан 23 градусҡа, төндә ете градустан туғыҙ градусҡа етәсәк. 4-6 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ.
7 – 8 июндә Волга буйы федераль округының күп өлөшөндә йәшенле көслө ямғыр, боҙ яуыу, тиҙлеге секундына 15 метрҙан 20 метрға еткән көслө ел иҫеүе көтөлә.