31.05.2013 Балалар майҙансығында туҡтаһаң штраф түлә
Республикала балалар майҙансығында автомобилде тораҡҡа ҡуйған өсөн 50 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.
Тәртип һаҡлауға йүнәлтелгән был бик мөһим закон БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай парламентының 63-сө ултырышында ҡабул ителде. Әгәр ҙә автомобиль балалар майҙансығына тораҡҡа ҡуйылған осраҡта хәҙер физик шәхестәргә 4 мең һум, вазифалы шәхестәргә - 25 мең, юридик шәхестәргә 50 мең һум штраф һалынасаҡ.