«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тәмәжниктән кем тыуа? Тыумай…



01.11.2010 Тәмәжниктән кем тыуа? Тыумай…

Тәмәке төтөнө һулап туҡталыштарҙа тороуҙар, транспортҡа ингәс, шул «тәмәжниктең» ирекһеҙҙән һаҫыҡ тынын еҫкәүҙәр ҡасан бөтөр икән, тип йәнем көйөп йөрөгән саҡта үҙемә бер асыш һымаҡ нәмә яһаным әле. Баҡһаң, тәмәке көйрәтеүсе ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәте, холҡо менән дә ир-егеткә тартым була бара икән дә! Шул уҡ һары тештәре араһынан ҡайһы берҙә - сертләтеп, ә ҡай саҡта ҡаҡырып тороп төкөрөүҙәре тиһеңме, төтөндө ныҡ һурып, эргәһендә тороусының күҙенә ҡарап өрөүеме – айырма юҡ. Аллам һаҡлаһын! Медицина тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, тәмәкесе ҡатындың балаға уҙа алмай яфаланыуы ла арта барған осраҡ. Улай ғына ла түгел, «тәмәжник» ирҙәрҙең дә түлһеҙлек күренештәре бихисап. Алыҫ китергә түгел – минең бер танышым ҡатыны ауырға ҡала алмағанына ҡайғырып йөрөнө. Тикшерелә торғастары, шул асыҡланған: көнөнә ике ҡап тәмәке тартҡан ир үҙе «эшкинмәй», имеш. Нисек шул ағыу тартыусыларҙан ҡотолорға? Ниндәй һөҙөмтәле закон сығарырға? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп-эҙләп, баш ҡатырҙым да, эштән сығып туҡталышҡа йүнәлдем. Мине ике йәш кенә ҡыҙ үтеп китте. ҡулдарында – тәмәке. Үҙҙәренең кәүҙә генәләре лә формалашып етмәгән. Эр-рәхәтләнеп һуралар шул зәңгәр төтөндө. Эстәрендә ниндәй ағзалары ғына зарарланмай икән? Юҡ, Рәсәйҙә үҙ кешеләрен һаҡлау юҡ! Булһа, ошондай нескә генә балалар тәмәке тартып йөрөр инеме? Мин теге ҡыҙҙарҙы шулайтып бер йәлләп, бер ерәнеп, тигәндәй үтеп китмәксе инем, «ласҡ» итеп төкөрҙө береһе аяҡ аҫтыма. Ярай әле аяҡ аҫтыма…Ә иртәгә ни булыр?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға