«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйөнә ҡайтам, тип уҡыусы ҡыҙҙы талаған



29.05.2013 Өйөнә ҡайтам, тип уҡыусы ҡыҙҙы талаған

Өйөнә ҡайтам, тип уҡыусы ҡыҙҙы талаған Миәкә районында йәшәүсе 17 йәшлек егет Өфөгә уҡырға килә. Ләкин уның кире ҡайтырға аҡсаһы бөтә. Билет өсөн аҡса табыу маҡсатында егет ҡара металл һыныҡтарын тапшырырға уйлай.
Ул иртәнсәк металл ҡабул итеү пунктына барған саҡта, 11 йәшлек ҡыҙыҡайҙы күреп ҡала. Егет артабан, кешегә әйтһәң үлтерәм, тип янап, ҡыҙҙың телефонын тартып ала.
Шулай ҙа зыян күреүсе был хәл тураһында ата-сәсәһенә һөйләй. 20 майҙа Өфө ҡалаһының Дим районы буйынса полиция бүлегенә 34 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙың тасуирлауынан сығып фоторобот төҙөй. Күп тә үтмәй енәйәтсе – Миәкә районының 17 йәшлек егет ҡулға алына. Унан ҡыҙҙың телефоны алына.
Әле «Талау» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Егеткә ете йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға