29.05.2013 Башҡортостанда «комендант сәғәте» ике сәғәткә ҡыҫҡартылды
Май айынан республикала «комендант сәғәте» ике сәғәткә ҡыҫҡартылды һәм төнгө сәғәт 12-нән иртәнгә сәғәт 6-ға тиклем дауам итәсәк. Был ваҡыт нормаһы «Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында» БР Законына ярашлы билдәләнгән. Уның буйынса, 17 йәшкә тиклемге балаларҙың ололар оҙатыуынан тыш төндә йөрөүе тыйыла. Әгәр ҙә балаларҙың «комендант сәғәте» ваҡытында урамда йөрөүе асыҡланһа, ата-әсәһенә 500 һумдан 1000 һумға тиклем административ штраф һалынасаҡ.